Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рәсәй почтаһы көнө менән!

Сәйәсәт

Бөгөн илебеҙҙә Рәсәй почтаһы көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Республиканың почта тармағы өсөн быйыл – юбилей йылы. Төбәк территорияһында 275 йыл элек Хөкүмәт сенаты указы менән регуляр почта элемтәһе индерелә. Почта элемтәһе, иң уңайлы, экономиялы хеҙмәт булараҡ, хаҡлы рәүештә көндәлек тормошобоҙҙа ныҡлы урын биләне.

Бөгөн тармаҡтың күп меңлек коллективы өр-яңы мәғлүмәт технологиялары нигеҙендә, шул иҫәптән электрон төрҙә, дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыуға һәм тиҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән федераль һәм республика программаларында әүҙем ҡатнаша. Почта элемтәһе селтәрендә урынлашҡан меңдән артыҡ Интернет селтәренән коллектив файҙаланыу пункттары халыҡҡа донъя мәғлүмәт ресурстарына сығыу мөмкинлектәрен арттыра бара.

Почта иң мөһим социаль функцияларҙың береһен үтәй – күбеһе ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙарға пенсияһын илтә.

Почтаның яҙылыу буйынса гәзит һәм журналдар таратыуҙа роле баһалап бөткөһөҙ. Юҡҡа ғына Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында йән башына тура килгән баҫма продукция буйынса алдынғы урынды биләмәй, күп йылдар илдең иң күп уҡыған республикаһы булып ҡала.  

Тармаҡ потенциалы халыҡты кредит ойошмалары хеҙмәтләндереүҙәре менән тулыраҡ ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Бөгөн элемтә бүлексәләрендә база банк операциялары башҡарыла, аҡса ебәрергә һәм алырға, кредиттарҙы, коммуналь һәм башҡа түләүҙәрҙе түләргә, банк карталары буйынса операцияларҙы атҡарырға мөмкин.  

Яңы хеҙмәтләндереү төрҙәрен индереүҙән тыш, элемтә предприятиеларының барыһында ла сервисты дөйөм яҡшыртыу буйынса етди эш алып барыла.  

Республиканың почта тармағы хеҙмәткәрҙәре киләсәктә ле үҙҙәре алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәр, тип ышанам.  

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть