Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Киләһе аҙнала Өфө моторҙар эшләүселәре ӨМЭПБ-ның 85 йыллығын билдәләйәсәк

Иҡтисад

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводтың 85 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Юбилей тантанаһы 16 июлдә үтәсәк.

Юбилейлы датаға Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә ҙур байрам программаһы әҙерләнгән. «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 июлдә сәғәт 10.00-да ӨМЭПБ-ның икенсе майҙансығы биләмәһендә Өфө моторҙар эшләү заводының легендар директоры Михаил Алексеевич Феринға (1907-1979) һәйкәл асыласаҡ. Ул предприятие менән 30 йыл етәкселек иткән һәм уның аяҡҡа баҫыуына һәм үҫешенә ҙур өлөш индергән.

16 июлдә сәғәт 11.30-ҙа берекмәлә «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

Сәғәт 16.00-дә Николай Гастелло исемендәге стадионда «Самоцветы» вокаль-инструменталь ансамбле һәм «Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт йортоноң ижади коллективы ҡатнашлығында күренекле датаға арналған байрам башланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть