4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2010 йыл, 11:11

Башҡортостан вәкилдәре Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз слетында ҡатнашасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

21-25 июлдә Мәскәү өлкәһендә «Чкаловск — 2010» Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз форумы үтәсәк. Был сара Рәсәй ирекле профсоюздар федерацияһы ойошторолоуының 20 йыллығы айҡанлы үткәрелә.  

Беҙҙең республиканан форумда тармаҡ профсоюздарына ҡараған йәштәр советының 15 активисынан торған Башҡортостан профсоюздар федерацияһы командаһы сығыш яһаясаҡ. Улар иҫәбендә «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре, экономистар, табиптар, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, почта һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бар.

Форум сиктәрендә лидерлыҡ һәм командала эшләү сифаттарын формалаштырыуға йүнәлтелгән тренингылар һәм мастер-кластар үткәреү планлаштырыла. Бында алған белем профсоюздың йәш активистарына һөнәри өлкәлә лә, шулай уҡ ижтимағи эшмәкәрлектә лә ярҙам итәсәк.

Бөгөн Рәсәй профсоюздары йәштәрҙе стратегик ресурс итеп күрә һәм йәштәрҙең социаль-иҡтисади мәнфәғәтен яҡлауға, үҫеп килеүсе быуынды әүҙем профсоюз эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашыра. Әммә йәштәр менән бындай системалы, маҡсатлы эште илебеҙҙең бар профсоюз ойошмалары ла алып бармағанға күрә, был яңы ағзалар килеүенә булышлыҡ итмәй, профсоюз активының йәшәреү процесына ҡамасаулай. Шуға күрә Рәсәй ирекле профсоюздар федерацияһы менән ошондай форумдар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Илдең барлыҡ төбәктәренән йыйылған йәштәрҙе тиң шарттарҙа уҡытып, артабан улар ярҙамында  урындарҙа профсоюз эшмәкәрлеген әүҙемләштереү – уның төп маҡсаты.

темалар: профсоюздар