4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2010 йыл, 10:39

Башҡортостан Тверҙа һаулыҡ һаҡлауҙы мәғлүмәтләштереү тәжрибәһен күрһәтте

автор: Гөлнур Ғәлиева

8 июлдә VII Тверь социаль-иҡтисади форумында «Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау системаһында мәғлүмәт-коммуникация технологияларын үҫтереү һәм файҙаланыу» секцияһы эше сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен, универсаль электрон карта файҙаланып, электрон төргә күсереү буйынса Башҡортостан Республикаһы тәжрибәһе тәҡдим ителде.  

Республикала «Башҡортостан социаль картаһы» проектының медицина ҡушымтаһын индереүгә әҙерлек граждандарҙың льготаға эйә булған категорияларын өҫтәмә дарыуҙар менән тәьмин итеү федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2006 йылда уҡ башланғайны.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 100-ҙән ашыу төрлө программа ҡарарҙары файҙаланыла, был мәғлүмәт-коммуникация технологияларын файҙаланыу өсөн күп фактик материалдар тупланыуы хаҡында һөйләй. Республикала бөгөн пациент һәм уға күрһәтелгән медицина хеҙмәтләндереүҙәре тураһында мәғлүмәт электрон төргә күсерелгән дә инде.  

Хәҙерге ваҡытта «Башҡортостан социаль картаһы» проектының медицина ҡушымтаһы Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Сибай ҡалалары һәм Шишмә районының айырым һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында индерелгән.

Медицина ҡушымтаһын уңышлы тормошҡа ашырыуға 2009 йылдың июненән Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһы Өфөлә индерелгән «Берҙәм регистратура» проекты ла булышлыҡ итә, унда ҡаланың 46 муниципаль поликлиникаһы ҡатнаша, филиал селтәрен иҫәпкә алып – 116 дауалау-профилактика учреждениеһы. Был проектты шартлы рәүештә ике өлөшкә бүлергә мөмкин. Беренсеһе — кешеләрҙе табипҡа ҡабул итеүгә туранан-тура яҙыу, икенсеһе — медицина ярҙамы күрһәтеүҙең мониторинг системаһы. Икеһе лә бер маҡсатҡа өлгәшеүгә — халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән. Был ваҡыт эсендә Башҡортостан Республикаһының 3,6 миллиондан ашыу кешеһе табипҡа ҡабул итеүгә яҙҙырылды.