7 декабрь, Шаршамбы

09 июль 2010 йыл, 9:21

Республикаға мал аҙығы әҙерләү техникаһы килтерелә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика аграрийҙары сиктән тыш ҡоролоҡ шарттарында мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә. Ауыл халҡына ярҙамға быйыл республика бюджетынан 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был средстволарҙың бер өлөшө (100 миллион һум самаһы) заманса мал аҙығы йыйыу техникаһы һатып алыуға йүнәлтелде.  

Бөгөн «Башҡорт» МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына 14 ауыл хужалығы машинаһы килтерелде. 15 июлгә тиклем ҡалған техника килеп етергә тейеш. Ул республика машина-технология станциялары буйлап бүленәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уҙған аҙнала республикаға бер пресс-йыйғыс килтерелде һәм бөгөн ул Шишмә районы баҫыуҙарында эшләй башланы ла инде.

Быйылғы мал аҙығы әҙерләү кампанияһын үткәреү өсөн бөтәһе 56 Claas фирмаһы пресс-йыйғысы һатып алынасаҡ, уларҙың 22-һе – төкләп, 34-е — рулонлап йыйғыс.