9 декабрь, Йома

09 июль 2010 йыл, 9:56

Республика бюджетын формалаштырыу тикшерелде

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерхановтың республиканың финанс министры Айрат Ғәскәров менән осрашыуы барышында Башҡортостан профсоюздарының 2011–2013 йылдарға республика бюджетын формалаштырыу буйынса тәҡдимдәре тикшерелде.

БР Профсоюздар федерацияһы  матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн профсоюздарҙы борсоған төп мәсьәләләр – ул хеҙмәтсәндәр массаларын социаль тәьмин итеү һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Шуның менән бәйле, БР Профсоюздар федерацияһы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялау тураһында тәҡдим индергәйне, әлеге ваҡытта ул республика Финанс министрлығы тарафынан әүҙем ҡарала.  

Профсоюздар тарафынан мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһындағы мәсьәлә айырым пункт итеп сығарылды. Бөгөн был өлкәләге эш хаҡы был һөнәрҙең социаль мөһимлегенә һәм тәрбиәселәрҙең йәмғиәтте үҫтереүгә һалған хеҙмәтенә һис кенә лә тап килмәй. Айрат Ғәскәров хәлгә анализ яһарға, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһында положение әҙерләргә һәм был мәсьәләне хәл итеү буйынса мөмкинлектәрҙе ҡарарға вәғәҙә итте.

Осрашыу барышында торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтарҙың үҫеүе, санатор-курорт учреждениеларында стационар дауаланғандан һуң граждандарҙы реабилитациялау буйынса йөкләмәләрҙе финанс яҡтан тәьмин итеү, хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр кеүек бөгөнгө көнүҙәк проблемалар ҙа тикшерелде. Тикшерелгән күп мәсьәләләр буйынса ике яҡ та ыңғай ҡарарҙарға килеүгә өлгәшә алды.

темалар: профсоюздар