Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Профсоюздар студенттарға өҫтәмә стипендия менән ярҙам итәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының Йәштәр советы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары иҫәбенән 2010-2011 уҡыу йылында профсоюз стипендияһы алыуға кандидатураларҙы ҡарауы тураһында иғлан итте.

Өҫтәмә финанс ярҙамы алырға теләүселәргә төп талаптар – уҡыуҙа юғары күрһәткестәр, профсоюзда ағзалыҡ һәм иң мөһиме – үҙ уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу.  

Хәҙерге ваҡытта юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн айлыҡ профсоюз стипендияһы 1000 һум тәшкил итә, ә урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн – 750 һум. Кандидатуралары раҫланған студенттарға стипендиялар профсоюз етәкселәре тарафынан тантаналы шарттарҙа 1 сентябрҙә тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть