Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Бөрөлә балалар йорттарынан сығыусыларҙың республика слеты үткәрелә

Йәмғиәт

Бөгөн, 9 июлдә, Бөрөлә 2010 йылда балалар йорттарынан сығыусыларҙың 18-се республика слеты үткәрелә. Быйыл 264 тәрбиәләнеүсе оло тормошҡа аяҡ баҫа.

— Һуңғы биш йылда был – иң күп тамамлаусылар, — ти БР Мәғариф министрлығының махсус белем һәм балалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау бүлеге төп белгес-эксперты Зифа Батраева. – Шуларҙан 26-һы документтарын — юғары, 105-е урта уҡыу йорттарына тапшырҙы, 133 бала училищеларҙа һәм лицейҙарҙа уҡырға теләк белдерҙе.

Слетта Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова һәм БР мәғариф министры урынбаҫары Зөлфиә Әхмәтова ҡатнашыуы көтөлә.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар осраҡлы түгел – уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә үҙҙәре тәрбиәләгән балаларҙың яҙмышы өсөн борсола.

Сара программаһында – концерт, конкурстар, ярыштар.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда бөгөн 29 балалар йорто эшләй, уларҙа 1900-ҙән ашыу малай һәм ҡыҙ йәшәй, шулар иҫәбенән 770-тән артыҡ бала – патронат тәрбиәлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть