Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Сеймал компанияһы» йәмғиәте ҡорамалдарын яңыртты

Иҡтисад

Ишембайҙың «Сеймал компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте яңы конуслы онтағыс һатып алды. Был турала предприятиеның коммерция бүлеге начальнигы Владимир Сухоруков хәбәр итте. Онтағыс менән Екатеринбургтан «Урал ауыр машиналар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тәьмин итте.

— Был килешмә беҙҙең производствоны яңыртыу өлөшө булып тормай, — тине Владимир Сухоруков. – Элекке онтағыс иҫкерҙе, шуға күрә беҙ ҡорамалды яңырттыҡ ҡына.

Ул Ишембай районындағы «Шах-Тау 1» карьерының онтау-сортҡа айырыу фабрикаһында эзбизде онтау өсөн тәғәйенләнгән. Онталған эзбиз ике компанияға: «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һәм «Төҙөлөш материалдары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ебәреләсәк. Яңы конуслы онтағыс кәмендә 15 йыл хеҙмәт итер, тип көтөлә.      

Теги: сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть