6 декабрь, Шишәмбе

08 июль 2010 йыл, 15:42

Яңы тарихи-патриотик музей асылды

автор: Эмиль Йыһангиров, Евгений Рәхимҡолов

Хеҙмәт һәм социаль технологиялар академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институтында киләһе быуындар өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы фажиғәле ваҡиғалар тураһында тере тарихты һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған «Мираҫ» тарихи-патриотик музейы асылды. Студенттар һәм уҡытыусылар бик күп архив материалдары, ғаилә реликвиялары, наградалар, фронт хаттары һәм хатта ул замандағы хәрби кейемдәрҙе йыйҙы.

Музей төҙөү идеяһы вуз Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итергә әҙерләнгән осорҙа тыуа. Башта институт коллективы тематик ғилми-ғәмәли конференциялар, һуғыш ветерандары һәм тыл эшсәндәре тураһында шәжәрә һәм эссе конкурстары ғына үткәрергә планлаштыра. Әммә студенттар был саралар менән шул тиклем мауығып китә, ахыр килеп үҙ музейҙарын төҙөргә ҡарар итә. Бөгөн үк уның материалдары Башҡортостан һәм Рәсәйҙең һуғыш тарихындағы мөһим ваҡиғалар хаҡында һөйләй. Һис шикһеҙ, ваҡыт үтеү менән музей фондтары тағы ла нығыраҡ байыясаҡ.  

темалар: музейҙар