3 декабрь, Шәмбе

08 июль 2010 йыл, 15:41

«Арҡайым» авиакомпанияһы даими рейстар яһай башлай

автор: Любовь Колоколова

11 июлдән «Арҡайым» милли авиакомпанияһы эске һәм төбәк авиалинияларында даими рейстар яһай башлай. Улар Чехияла етештерелгән уңайлы L-410 UVP-Е20 самолетында «Өфө» аэропортынан башҡарыласаҡ.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Өфө — Сибай – Өфө» маршруты буйынса рейстар 11 июлдән аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыласаҡ. Шишәмбе, йома, йәкшәмбелә самолет Өфөнән 19.30 сәғәттә һауаға күтәреләсәк, ә Сибайҙан -  дүшәмбе, шаршамбы һәм шәмбелә сәғәт 07.10-да.

Төбәк осоштары 13 июлдә «Өфө — Екатеринбург – Өфө» маршрутынан башлана. Рейстар йышлығы — аҙнаһына өс тапҡыр. Өфөнән ул шишәмбе, кесаҙна, йомала сәғәт 07.10-да юлланасаҡ. Екатеринбургтан кирегә осоу ваҡыты ошо уҡ көндәрҙә сәғәт 17.30-ҙа.

19 июлдән башлап Өфөнән Түбәнге Новгородҡа ла аҙнаһына өс тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ. Өфөнән самолет сәғәт 07.40-та дүшәмбе, шишәмбе, йомала оса.  Ә ошо уҡ көндәрҙә кискеһен, сәғәт 18.00-дә, самолет кирегә юлланасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Арҡайым» («AIRкаим») милли авиакомпанияһы Башҡортостан Президентының «2009-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы территорияһында һауа транспорты үҫеше» республика маҡсатлы программаһы тураһында» Указын үтәү маҡсатында ойошторолған. Авиакомпания исеме тарихи Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан Көньяҡ Уралдың боронғо цивилизацияһы атамаһынан алынған. Логотип нигеҙендә нығытмалы Арҡайым ҡалаһының ике рәт ҡулсаға оҡшаған схемаһы ята.  

Тәүге тапҡыр «Арҡайым» авиакомпанияһы логотибы төшөрөлгән самолет быйылғы йылдың 10 июнендә Сибайға техник рейс яһаны.