9 декабрь, Йома

08 июль 2010 йыл, 15:08

Өфө – Рәсәйҙең ҙур ҡалалары араһында бюджет тәьмин ителеше буйынса унынсы урында

автор: Эльвира Латипова

Рәсәйҙең, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан тыш, 15 ҙур ҡалаһында йән башына бюджет тәьмин ителеше һәм сығымдар рейтингы төҙөлдө.

Ҡалаларҙың бюджет тәьмин ителешен һәм уларҙың үҫеш перспективаларын үҙ средстволары иҫәбенә баһаларға мөмкинлек биргән төбәктәрҙең һәм уларҙың баш ҡалаларының бюджеттары үтәлешен тыңлауҙар үткәрелде. Тыңлауҙар һөҙөмтәләре «Российская газета»ла баҫылып сыҡты.

Башҡортостан баш ҡалаһы Өфөнөң был рейтингтағы күрһәткесе – йән башына иҫәптә 14,1 мең һум. Исемлектә беренсе урында – Красноярск (23,2 мең һум). Унан ҡала Өфөнән алда Пермь (20,3), Новосибирск һәм Дондағы Ростов (19,9), Краснодар (19,1), Екатеринбург (18,7), Ҡазан (16,5), Силәбе (16,1) һәм Түбәнге Новгород (15,8) килә. Өфөнән һуң рейтингта – Һарытау (13,4), Воронеж (13,1), Волгоград, Омск (12,7) һәм Һамар (11,8).

Реаль иҫәпләп сығарыуҙа – инфляцияны иҫәпкә алып – бөтә бюджеттарҙың табыштары һәм сығымдары кәмене. Бөтә һанап кителгән ҡалаларҙа урындағы бюджеттың үҙ табыштарында физик шәхестәрҙең табыштарына һалым (НДФЛ) иң ҙур өлөштө биләй.