Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Райондың 80 йыллығын мәсетлеләр үҙҙәренең гимны менән билдәләргә теләй

Сәйәсәт

Мәсетле районы хакимиәте район гимнын һәм район хаҡында йырҙар ижад итеүгә асыҡ конкурс иғлан итте. Мәсетле районының гимны 2010 йылда билдәләнеүсе райондың 80 йыллыҡ юбилейына бар Мәсетле халҡына ижади бүләк буласаҡ.

Конкурс тураһындағы положениеға ярашлы, гимн бер, ике автор йәки авторҙар төркөмө менән рус, башҡорт телендә йәки ике телдә яҙылыуы мөмкин.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән. Ижади ярышҡа Республика көнөнә — 11 октябргә ҡарата йомғаҡ яһаласаҡ.

Конкурс еңеүселәре аҡсалата премия һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланасаҡ. Уларҙы тәбрикләү Мәсетле районының 80 йыллығы тантанаһында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть