7 декабрь, Шаршамбы

08 июль 2010 йыл, 14:39

Өфөлә кадет корпустары һәм Суворов училищеларына ҡабул итеү имтихандары үтәсәк

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Йыйылма пунктында 9 — 12 июлдә кадет корпустары һәм Суворов училищеларына ҡабул итеү имтихандары үтә.

Башҡортостандың бәлиғ булмаған граждандарының ҡабул итеү имтихандарын республиканан ситкә сыҡмайынса тапшырыу һәм кадет корпустарына уҡырға инеү мөмкинлеге бар. Сөнки  Екатеринбург Суворов училищеһының ҡабул итеү комиссияһы ошо арала Башҡортостандың баш ҡалаһында эшләйәсәк.  

Күсмә комиссиялар менән Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының кадет корпустарына һәм Суворов училищеларына уҡырға инеү имтихандары төбәктәрҙә икенсе йыл рәттән үткәрелә. Һынау тотоусыларға ни бары ике фән буйынса – рус теленән һәм математиканан белемдәрен күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

БР Хәрби комиссариаты мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә көнгә ҡарата кадет корпустарының һәм Суворов училищеларының 5-9 класына уҡырға инергә теләгән һәм был мәсьәләне ата-әсәһе менән хәл иткән 98 үҫмерҙән тейешле документтар тапшырылған. Ҡабул итеү комиссияһының Екатеринбург Суворов училищеһыныҡы булыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең һайлауы буйынса йәштәр РФ Оборона министрлығының ошондай уҡ башҡа учреждениеларына ла уҡырға инә ала.