9 декабрь, Йома

08 июль 2010 йыл, 16:55

Иҫтәлекле дата – Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнө билдәләнәсәк

автор: Марина Шумилова

Дәүләт Думаһы Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында законды беренсе уҡыуҙа һәм бер юлы ҡабул итте: 2 сентябрь — "Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнө (1945 йыл)". Был көндө Японияның бер һүҙһеҙ капитуляция яһауы тураһында Актҡа ҡул ҡуйыла, тип хәбәр итә Яңылыҡтар Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.

Был датаны Япония буйынса 1945 йылғы Ҡырым (Ялта) конференцияһы ҡарарын үтәгәндә дәүләттәр – Гитлерға ҡаршы коалиция ағзалары алдында физакәрлек, батырлыҡ, үҙ Тыуған иленә һәм союздашлыҡ бурысына тоғролоҡ күрһәткән ватандаштар тураһында хәтер билдәһе итеп булдырырға тәҡдим ителә.  

Маньчжурия стратегик, Көньяҡ Сахалин һөжүм итеү һәм Курил десант операцияларын үткәреү барышында СССР Ҡораллы Көстәр төркөмө Алыҫ Көнсығышта Японияның Квантун армияһы ғәскәрҙәрен тар-мар итте һәм төньяҡ-көнсығыш Ҡытайҙы, Төньяҡ Кореяны, көньяҡ Сахалинды һәм Курил утрауҙарын азат итеп, бының менән Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағын яҡынайтты. Был иҫтәлекле датаны билдәләү өсөн Халыҡ-ара хоҡуҡи нигеҙ булып Берләшкән милләттәр исеменән Япония менән һуғыш хәлендә торған союздаш дәүләттәр, шул иҫәптән СССР вәкилдәре тарафынан 1945 йылдың 2 сентябрендә ҡул ҡуйылған Японияның капитуляция яһау тураһында Акты иҫәпләнә. Был документ Икенсе бөтә донъя һуғышының тамамланыуын билдәләй.

Хәҙерге ваҡытта 2 сентябрь донъяның күп илдәрендә Икенсе бөтә донъя һуғышының тамамланыу көнө булараҡ билдәләнә. Быйыл һуғыш тамамланыуҙың 65 йыллығы билдәләнәсәк.