Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың инновацион предприятиелары кредит буйынса процент ставкаларын субсидиялауға туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ

Иҡтисад

БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығында Башҡортостан Республикаһында инновацион эшмәкәрлек алып барған субъекттарға быйылғы йылда бирелгән кредиттарҙың процент ставкаларын субсидиялау өсөн был субъекттарҙы конкурс буйынса һайлап алыуға йомғаҡ яһалды.  

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа тапшырылған 19 заявканан конкурс комиссияһы биш еңеүсенең проектын һайлап алған, улар араһында «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Стеклоресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ИнтелДомСтрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Перекресток" производство-коммерция фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Башҡортостан республикаһының 2008-2010 йылдарға иҫәпләнгән Республика  маҡсатлы инновацион программаһына ярашлы, БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығы конкурс еңеүселәре менән кредиттар буйынса процент ставкаларының бер өлөшөн ҡаплау тураһында килешеү төҙөгән. Бар килешеүҙәр буйынса аҡса средстволарын күсереү тулы күләмдә башҡарылған. Процент ставкаларын ҡаплауға күсерелгән дөйөм сумма 9321,3 мең һум тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть