Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә БР Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың 27-се ултырышы үтте

Сәйәсәт

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, дүртенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 27-се – быйылғы яҙғы сессияла һуңғы ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы Секретариатының һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә 40 мәсьәлә, шул иҫәптән 29 республика һәм бер федераль закон проектын ҡарау эше тора ине. Алты мировой судья һайланды, шулай уҡ парламенттың яҙғы сессиялағы эшенә йомғаҡ яһалды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть