Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөлә наркополиция хеҙмәткәре юғалды

Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы 1982 йылдың 2 авгусында тыуған полицияның өлкән лейтенанты Вәлиев Руслан Рафаил улын эҙләй.

2010 йылдың 7 июлендә сәғәт 14.45-тә ул Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы бинаһынан сыҡҡан (Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 29) һәм әлегә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Күк джинсы салбар һәм ҡыҙыл толстовка кейгән, үҙе менән текстиль сумкаһы булған (ҡайышы яурын аша һалына). Көмөш төҫтәге «Хундай акцент» маркалы автомобилдә йөрөүе ихтимал, дәүләт номеры М 553 КО 02.

Әгәр Руслан Вәлиевтың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй булһа ла мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, Өфөләге 250-52-03, 250-71-66 телефондарына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть