6 декабрь, Шишәмбе

08 июль 2010 йыл, 11:54

Икенсе йәштәр делегацияһы «Селигер-2010»ға китергә әҙерләнә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың икенсе йәштәр делегацияһы «Селигер-2010» Бөтә Рәсәй мәғариф форумына китергә әҙерләнә. Делегаттар менән уңайлы автобус Өфөнән 9 июлдә ҡуҙғаласаҡ. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында билдәләүҙәренсә, пассажирҙар араһында — «Мәғлүмәт ағымы», «Йәштәр эшҡыуарлығы», «Инновациялар һәм техник ижад» сменаларында ҡатнашыусылар. Башлыса, улар уҡыусылар, Башҡортостандың төрлө юғары уҡыу йорттарынан (ӨДАТУ, БДМУ, ӨДИСА, БДАУ, ӨДНТУ, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге) аспиранттар, йәш ғалимдар, Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Дүртөйлө, Салауат, Октябрьский кеүек төрлө ҡалалар вәкилдәре — бынан алдағы «Селигер-2009» форумында ҡатнашыусылар, шулай уҡ дебютанттар. Бынан тыш, үрҙә әйтелгән сменалар эшендә У.М.Н.И.К.-Башкортостан программаһында еңеүселәр, 30 йәшкә тиклемге шәхси эшҡыуарҙар, «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк һәм округ этаптарында ҡатнашыусылар, БР йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбен тамамлаусылар ҡатнашасаҡ.

Делегация 10 июлдә иртәнсәк, сменалар башланыуға барып етәсәк. Форумда ҡатнашыусылар өсөн киң белем биреү программаһы 11 июлдә башланасаҡ.

темалар: йәштәр