Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төркиә вәкилдәре Башҡортостандың аграр потенциалын баһаланы

Иҡтисад

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Шамил Вахитовтың Төркиә Республикаһының эшлекле даирәһе вәкилдәре менән осрашыуы үтте.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры урынбаҫары Илдар Әхмәтшин, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов ҡатнашты.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтар Башҡортостан республикаһының агросәнәғәт комплексы торошо, уның үҫешенең перспективалары һәм төбәктә бойомға ашырылған инвестицион проекттар менән танышҡан.  

Үҫемлекселек, малсылыҡ, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралған. Төркиә яғынан вәкилдәр республикала экологик яҡтан таҙа продукция етештереү һәм уны башҡа илдәргә экспортҡа сығарыу мөмкинлеге менән айырым ҡыҙыҡһынған.

Осрашыу һөҙөмтәһендә тикшерелгән мәсьәләләрҙе ентекләп өйрәнеү зарурлығы хаҡында килешелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть