9 декабрь, Йома

08 июль 2010 йыл, 11:30

Республика Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләй

автор: Ольга Мортазина

8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был байрам кесе йома көнөнә тап килеүгә ҡарамаҫтан, республика ЗАГС-тарында туйҙар үтәсәк. Иң күп никахтар һаны — 28 — бөгөн Стәрлетамаҡта һәм 12 — Баймаҡта теркәлгән.

БР Юстиция министрлығының ЗАГС идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ғаилә көнө хөрмәтенә ҡалаларҙа һәм райондарҙа саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, Баҡалы районында бөгөн — кәләштәр һәм йәш әсәләр парады, Яңауылда  яңы өйләнешеүселәр парады үтәсәк. Баймаҡта 30 йәштән уҙғандар өсөн кисә ойошторасаҡтар. Сибайҙа ЗАГС хеҙмәткәрҙәре «Беҙ мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» түңәрәк өҫтәле үткәрәсәктәр. Ә Учалыла бөтә ҡала халҡын паркка байрамға саҡырасаҡтар.