2 декабрь, Йома

08 июль 2010 йыл, 11:05

Республиканың Балалар фонды «Балаға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһын үткәрә

автор: Марина Шумилова

«Балаға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» — Рәсәй балалар фондының Башҡортостан республикаһы бүлексәһе яңы уҡыу йылы алдынан ошондай акция үткәрә. Балалар йорттарында, социаль приюттарҙа, патронатҡа, опекунлыҡҡа, уллыҡҡа алған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ күп балалы, тулы булмаған йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға өҫкө кейем, аяҡ кейеме, уҡыу кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итеү – акцияның төп маҡсаты. 1 сентябрҙә беренсе тапҡыр мәктәпкә киләсәк балаларға махсус иғтибар бүленәсәк. Балалар фонды улар өсөн Беренсе класс уҡыусыһы байрамы ойоштормаҡсы.  

Рәсәй балалар фондының Башҡортостан республика бүлексәһе Президиумы балаларға уҡыу йылына әҙерләнергә һәм Белем көнөн мәктәптә ҡаршыларға ярҙам итеүегеҙҙе һорап мөрәжәғәт итә.  

— Балалар фондында аҙ тәьмин ителгән күп балалалы ғаиләләрҙең балаларын кейендерергә, интернат учреждениелары тәрбиәләнеүселәрен уҡыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итергә ярҙамлашыусы Балалар әйберҙәре һәм китаптар банкы бар, — тине «Башинформ» агентлығына республиканың Балалар фонды рәйесе Нина Федянина. – Беҙ изге күңелле кешеләр арҡаһында был банкты даими тулыландырып торабыҙ һәм ойошмаларҙан, граждандарҙан яңы кейемдәре, уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары ҡабул итергә әҙербеҙ. Балалар фонды һәр төрлө ярҙамды, аҡсалата хәйриә иғәнәләрен, балалар әйберҙәрен, китаптарҙы, мәктәп кәрәк-яраҡтарын, тәм-томдарҙы шатланып ҡабул итәсәк һәм мохтажлыҡ кисергән балаларға тейешле ярҙам күрһәтәсәк.

Беҙҙең реквизиттар:  

ИНН  0274020062

КПП  027501001

ОГРН 1020200001711

Р/с  40703810307390000149 в ОАО Социнвестбанк

К/с  30101810900000000739,  БИК 048073739, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 72 йорт.  «Балаға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһына, тип яҙырға онотмағыҙ.

Бәйләнеш өсөн телефондар: 272-23-68, 272-23-48.