11 декабрь, Йәкшәмбе

08 июль 2010 йыл, 10:49

Бәләбәй һөт комбинаты аҡ майы һәм спреды экологик хәүефһеҙ продукция тип танылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бәләбәй һөт комбинатының “Крәҫтиән” аҡ майы һәм “Урал киңлектәре” үҫемлек-аҡ май спреды экологик талаптарға яуап биргән натураль һәм хәүефһеҙ продукция етештереүселәр Реестрына индерелде.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, «Экологик хәүефһеҙ продукция» Халыҡ-ара конкурсының махсус маркировкаһы май төргәгендә тиҙҙән барлыҡҡа киләсәк. Халыҡ-ара экологик фонд сертификаты, синтетик һәм химик матдәләр ҡулланмайынса, тәбиғи сеймалдан ғына әҙерләнгән һәм кеше һаулығы өсөн хәүефһеҙ продукцияға бирелә.

Бәләбәй һөт комбинатында продукция сифатын даими камиллаштыралар. ГОСТ Р ИСО 9001-2001 стандартына тап килгән сифат менеджменты системаһы 2003 йылда уҡ индерелде.

Һуңғы йылдарҙа Бәләбәй сырҙары, май һәм спредтары үҙҙәренең юғары сифатын күп һанлы күргәҙмәләр һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» һәм «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурстары наградаларын яулап күп тапҡырҙар раҫланы.

Хәҙер предприятие технологтары яңы конкуренцияға һәләтле продукттар булдырыу өҫтөндә эшләй. Яҡындағы айҙарҙа сауҙа селтәрҙәре кәштәләрендә ике яңы продукт: традицион һәм түбән ҡуйылыҡтағы май барлыҡҡа киләсәк.

темалар: сәнәғәт, сифат