7 декабрь, Шаршамбы

08 июль 2010 йыл, 10:35

Белорет һәм Мәсәғүттә заманса телевизион тапшырғыстар файҙаланыуға тапшырылды

автор: Любовь Колоколова

Белоретта һәм Дыуан районының Мәсәғүт ауылында лампалы иҫке «Ильмень» телевизион тапшырғыстары яңы «Полярис ТВП5000» тапшырғыстарына алмаштырылды. Был эште «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре башҡарҙы.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Роскомнадзор Идаралығы ҡабул итеү комиссияһы составында «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  реконструкцияланған элемтә ҡорамалдарын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.

Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта был элемтә ҡорамалдары тулыһынса файҙаланыуға әҙер.

Билдәләп үтәйек, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Урал төбәгендәге "Связьинвест" холдингына инмәгән иң эре элемтә операторҙарының береһе. «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталы — 985 миллион һумдан ашыу, баҙар капитализацияһы — 130 миллион долларҙан ашыу, акцияларҙың 46,08 проценты дәүләт милкендә иҫәпләнә, шуларҙың 28,24 проценты — федераль милек, 17,84 проценты — республика милкенә ҡарай.

Акционерҙар йәмғиәте юғары технологиялы һәм ҡеүәтле базаға эйә: уның киң файҙаланыуҙағы тармаҡлы телефон селтәре, алыҫ араға һуҙылған ҡала-ара кабель, сүс-оптик һәм радиорелелы элемтә линиялары, коммутация узелдары, теле- һәм радио тапшырғыстар системаһы бар. «Башинформсвязь» йәмғиәтенең 18 филиалы Башҡортостандың барлыҡ ҡалалары һәм район үҙәктәрендә структура бүлексәләре асҡан. Улар урындағы, ҡала-ара һәм халыҡ-ара телефон бәйләнешен, шулай уҡ радио- и телевизион тапшырыуҙы тәьмин итә, төрлө технологиялар нигеҙендә интернетҡа тоташыу мөмкинлеге бирә, башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтә.