9 декабрь, Йома

08 июль 2010 йыл, 10:21

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 27-се ултырышы

автор: Николай Ермоленко

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, дүртенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 27-се – быйылғы яҙғы сессияла һуңғы ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы Секретариатының һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә 40 мәсьәлә, шул иҫәптән 29 республика һәм бер федераль закон проектын ҡарау, алты мировой судья һайлау, шулай уҡ парламенттың яҙғы сессиялағы эшенә йомғаҡ яһау.