5 декабрь, Дүшәмбе

08 июль 2010 йыл, 10:02

Премьер-министр Раил Сарбаев оператив штаб ултырышында ҡатнашты

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм РФ Эске эштәр министрлығының Экстремизмға ҡаршы тороу департаменты начальнигы милиция генерал-полковнигы Юрий Коков оператив штаб ултырышында ҡатнашты.

2010 йылдың 6 июленән РФ Милли Антитеррористик Комитеты тарафынан раҫланған графикка ярашлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһында терроризмға ҡаршы киң планлы күнекмәләр үткәрелә, уның сиктәрендә айырыуса мөһим йәшәйеш объекттарының, һауа һәм торба үткәргес транспорттың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бурыстар эшкәртелә.  

Күнекмәләрҙә Башҡортостан Республикаһында оператив штаб составына ингән бөтә көс структуралары: граждандар оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль хөкөм язаһын үтәү баш идаралығы частары, наркоконтроль, эске ғәскәрҙәр, БР буйынса Эске эштәр министрлығы, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, шулай уҡ Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең баш антитеррористик подразделениелары ҡатнаша.

Күнекмәләр сценарийы буйынса 2010 йылдың 7 июлендә 11 сәғәт 31 минутта РФ Федераль именлек хеҙмәте БР буйынса идаралығының Сибай ҡалаһындағы бүлексәһенә Сибай ҡалаһы аэропорты диспетчерынан 11 сәғәт 30 минутта 2-4 кешенән торған ҡоралланған билдәһеҙ төркөм Сибай-Өфө рейсы самолетын баҫып алыуҙары тураһында хәбәр килде. Самолет бортында 3 экипаж ағзаһы һәм 16 пассажир. Енәйәтселәр кисекмәҫтән Өфөгә осоуҙы талап итә.

Сибай ҡалаһы аэропорты һәм уның эргәһендәге территорияла муниципаль оператив төркөм көстәре менән террористик актты иҫкәртеү буйынса тәү сираттағы ойоштороу һәм оператив-эҙләү саралары үткәрелә.

Күнекмәләр барышында унда ҡатнашыусы ведомстволар етәкселәре һәм шәхси составы алдында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә террористик акттарҙы һәм диверсияларҙы иҫкәртеү маҡсатында эш итеүҙе камиллаштырыу бурысы тора.