Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Үҙ йортом» программаһы буйынса йәнә 800 самаһы участка бүленәсәк

Иҡтисад

Башҡортостанда «Үҙ йортом» программаһында ҡатнашыуға документтар ҡабул итеү ваҡытлыса туҡтатылған.

«Башинформ» агентлығына БР Аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара участкаларҙы инвентаризациялау зарурлығы менән бәйле.  Документтар ҡайтанан августа ҡабул ителә башлаясаҡ. Шамонин, Дорогин, Алкин һәм Жуковта йәнә 800 самаһы участка бүлеүҙәре көтөлә. Шулай уҡ «Үҙ йортом» программаһы буйынса төҙөлөшкә яңы майҙансыҡтар республиканың башҡа райондарында ла бүленеүе ихтимал.    

Бөгөнгө көндә был программа буйынса 4,5 мең ғаилә торлаҡ алырға теләй. Шуларҙың ике меңе Шамонин, Дорогин, Жуков ҡасабаларында ер участкалары алған да инде. Быларҙан тыш, социаль объекттар төҙөлөшө лә тамамланып килә. Мәҫәлән, Шамонинда быйыл көҙ яңы балалар баҡсаһы һәм мәктәп тәүге уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре өсөн  ишектәрен асасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть