6 декабрь, Шишәмбе

07 июль 2010 йыл, 17:21

Свами Джи уҡыусылары менән Өфөлә һауыҡтырыу семинары үткәрә

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Икенсе тапҡыр Өфөгә Һиндостандан билдәле йога һәм Веданта оҫтаһы, ғалим, философ Свами Пармананд Джи Махарадж килде. 50 йылдан ашыу ул сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, стрестан ҡотолорға, көсөргәнешһеҙ йәшәргә өйрәтә һәм юғары хәҡиҡәтте төшөнөүгә алып бара. Һиндостанда ул бер нисә социаль хәйриә проекттарын бойомға ашыра (дауаханалар, мәктәптәр, ашрамдар). Рәсәйгә 75 йәшлек остаз Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында уңышлы эшләгән уҡыусылары саҡырыуы буйынса килә. Был юлы, мәҫәлән, һауыҡтырыу буйынса шәфҡәтлелек семинарҙары Өфө, Силәбе, Сорғот, Архангельск һәм Мәскәү ҡалаларында үткәреләсәк.

— Йога кешеләрҙе ябайлығы һәм һәр кем шөғөлләнә алыуы менән йәлеп итә, — тип иҫәпләй Башҡортостан йога федерацияһы вице-президент Светлана Чиркова. — Күнекмәләрҙе башлау өсөн махсус әҙерлек кәрәкмәй, йәш һәм ауырыуҙар буйынса сикләүҙәр юҡ.

Хәйриә семинарҙары Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се спорткомплексында үтәсәк, уның адресы: Ҡулса урамы, 5/1. 7-8 июлдә: 7.00-10.00 һәм 19.00-22.00 сәғәттәрҙә, 9 июлдә: 7.00-10.00.

Дәрестәр өсөн үҙең менән бәләкәй балаҫ һәм спорт кейеме алып килеү мотлаҡ. Семинарҙы Свами Джи һәм уның уҡыусыһы —  йога һәм Веданта оҫтаһы Сурья Кант Джи үткәрә.