9 декабрь, Йома

07 июль 2010 йыл, 16:42

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе һәм Рәсәй юристар ассоциацияһы хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөнө

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән «Рәсәй юристары ассоциацияһы” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлеге араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөлдө. Уға Партияның төбәк политсоветы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе, республиканың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров ҡул ҡуйҙы.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Константин Толкачев Рәсәй юристары ассоциацияһының беҙҙең республикала юғары абруй ҡаҙаныуын, илдең юридик йәмәғәтселеген туплауҙа, хоҡуҡи реформа үткәреүҙә, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының бик күп проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа уның ыңғай ролен билдәләне. Рафаил Зинуров, үҙ сиратында, илдең алдынғы сәйәси партияһы менән хеҙмәттәшлек артабан граждандарыбыҙҙың хоҡуҡи аңлылығын күтәреүгә һәм хоҡуҡи демократик дәүләт төҙөүгә булышлыҡ итеренә ышаныс белдерҙе.