9 декабрь, Йома

07 июль 2010 йыл, 16:17

Башҡортостан вәкилдәре – "Яңы ҡараш" бөтә Рәсәй социаль реклама конкурсы еңеүселәре

автор: Эльмира Сабирова

«Индиго» Ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге белгестәре һәм М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалы студенты менән "Яңы ҡараш" бөтә Рәсәй социаль реклама конкурсына тәҡдим ителгән ике эш призлы урындар менән билдәләнгән.

Авторҙар Юлия Ғәйфуллина, Дарья Малина, Елена Тух, Дмитрий Иванов («Индиго» үҙәге) «Социаль плакат» номинацияһында икенсе урын яулаған. Улар үҙҙәренең эшен «Беҙҙең мәҙәниәт» темаһында тәҡдим иткән.

Рината Кайбышева ( М.А. Шолохов исемендәге МДГУ-ның Өфөләге филиалы) ошо уҡ номинацияла өсөнсө урын алған. Уның темаһы — «Изге эштәр юлынан…».

Илебеҙҙең төрлө төбәгенән йәш белгестәр, студенттар, балалар йорттары һәм интернат тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары конкурсҡа йәмғеһе дүрт меңдән ашыу эш – видеороликтар һәм плакаттар тәҡдим иткән. Ике тиҫтәләгән темалар араһында «Киләсәгемде төҙөйөм», «Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып…», « Ғаиләм — байлығым », «Сағыу йәшә!», «Тиң мөмкинлектәр донъяһы», « Таҙа ҡала – таҙа планета» һәм башҡалар бар ине.  

темалар: конкурстар