Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы штукатурҙары билдәләнде

Иҡтисад

Өфөлә Башҡортостан төҙөлөш һөнәрҙәре араһында «Иң яҡшы штукатур» номинацияһында IV Республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте.

«3-сө генподряд төҙөлөш тресы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре Валентин Зәйнәшев һәм Любовь Белюшина уның еңеүселәр тип табылды. Икенсе урында — «Стронег» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Инвестподряд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Ольга Шамина һәм Тәслимә Фәррәхова. Өсөнсө урынды жюри «3-сө төҙөлөш фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре Илисә Әхмәтйәнова менән Люциә Вәхитоваға бирҙе.

«Башинформ» агентлығына конкурсты ойоштороусыларҙың береһе — Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр союзынан хәбәр итеүҙәренсә, алда төбәктең иң яҡшы ташсыларын, плиткасыларын һәм буяусыларын асыҡлаясаҡ йәнә өс этап тора.

Уларҙың беренсеһе 9 июлдә Өфөнөң Затон биҫтәһендә үтәсәк. Унда республиканың алдынғы ташсылары оҫталығын күрһәтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть