Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Судьялар балалар йортона хәйриә ярҙамы күрһәтте

Йәмғиәт

Башҡортостандың Юғары суды коллективы аҡыл йәһәтенән артта ҡалған балалар йәшәгән Серафимовка балалар йорто – интернатына хәйриә ярҙамы күрһәтте.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙҙәренең инициативаһы менән йыйған аҡсаға суд хеҙмәткәрҙәре үҫтереүсе уйындар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, йомшаҡ уйынсыҡтар, тренажерҙар, спорт ҡорамалдары, китаптар һәм һәр төрлө татлы ашамлыҡтар һатып алған.  

Юғары суд вәкилдәре бар республиканан йыйылған 4-18 йәштәрҙәге 450 бала йәшәгән коррекцион учреждениеға бүләктәрҙе үҙҙәре алып барған.

Интернат етәкселеге күрһәтелгән ярҙамға ҙур рәхмәтен белдергән. Ҡунаҡтарға балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен күрһәткән,  уҡыу биналары, теген оҫтаханаһы менән таныштырған, үҙҙәренең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть