7 декабрь, Шаршамбы

07 июль 2010 йыл, 14:32

Әбйәлил районында имен булмаған ғаиләләр менән эшләү мәсьәләләре тикшерелде

автор: Сергей Захаров

Әбйәлил районында ауыл биләмәләре башлыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, прокуратура, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында «Имен булмаған ғаиләләр менән эшләгәндә ауыл биләмәләренең ҡатын-ҡыҙҙар советы ролен күтәреү тураһында» темаһына “түңәрәк өҫтәл” үтте.  

Район хакимиәтенең рәсми сайты хәбәр итеүенсә, һуңғы ике йылда районда демографик хәлде билдәләүсе статистика уҡып ишеттерелгән.  

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы мәғлүмәте буйынса, 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Әбйәлил районында 45 мең 296 кеше йәшәгән, шуларҙың 48,5 проценты — ир-егеттәр, 51,4 — ҡатындар. 12 мең 475-е – яңы тыуғандан алып 17 йәшкә тиклемге балалар.

Уҙған йылда төбәктә тыуым күрһәткесе бер мең халыҡҡа 18,3 тәшкил иткән. Шул уҡ мәлдә үлем күрһәткесе ярайһы түбән – бер мең кешегә 11,6.  

Райондағы ЗАГС бүлеге мәғлүмәте буйынса, районда 2009 йылда 828 бала тыуған. 12 ай эсендә 525 кеше фани донъянан киткән, уҙған йыл менән сағыштырғанда был 67 осраҡҡа аҙыраҡ.

Кәңәшмә сиктәрендә шулай уҡ имен булмаған ғаиләләр менән урындағы үҙидара органдарының ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә эшләүенә, эскеселекте профилактикалауҙа участковыйҙарҙың йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлегенә, йәмғиәттәге асоциаль күренештәрҙе профилактикалауҙа ауыл биләмәләрендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы бурыстарына ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелгән.  

“Түңәрәк өҫтәл” барышында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса ҡарарҙары ла иғтибарһыҙ ҡалмаған.