6 декабрь, Шишәмбе

07 июль 2010 йыл, 14:05

Алдағы ял көндәрендә ӨМЭПБ хеҙмәткәрҙәренең бишенсе йәштәр фестивале үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

9-11 июлдә «Упҡан» ял йортонда «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең предприятиеның 85 йыллығына арналған бишенсе йәштәр фестивале үтәсәк. Фестиваль программаһына спорт ярыштары, интеллектуаль һәм ижади конкурстар индерелгән.

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Фестиваль сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау һәм йәштәрҙе мәҙәниәткә һәм спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында ойошторола.