4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2010 йыл, 13:28

Өфө мәктәптәре светофорҙар менән тәьмин ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө депататтары ҡаланың урта дөйөм белем биреү мәктәптәрен светофорҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙе. Көн элгәре үткән ҡала Советы ултырышында уның рәйесе Ирек Ниғмәтуллиндың хәбәр итеүенсә, был проблема уҡыусыларҙың ата-әсәләрен генә түгел, педагогтарҙы ла күптән борсой. Мәктәпкә барғанда балаларға бик йыш юлдың  светофорҙар ҡуйылмаған урынынан үтергә тура килә.  

Әлеге ваҡытта Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы Ҡала мәғариф идаралығы менән берлектә анализ үткәргән һәм светофорҙар талап ителгән мәктәптәр янында уларҙы урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. Ирек Ниғмәтуллин әйтеүенсә, был проектты финанслау мәсьәләһе яҡын арала ҡала бюджетына төҙәтмәләр индергән ваҡытта мотлаҡ хәл ителәсәк.