Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары мәжбүри сорт яңыртыу менән шөғөлләнә

Иҡтисад

Көслө ҡоролоҡ арҡаһында республика аграрийҙары бөгөн үк бер иген уңышы һәм малсылыҡ өсөн мал аҙығы хаҡында ғына уйланмай. Белгестәр орлоҡ фонды мәсьәләһен дә күтәрә.  Аграрийҙар йыйылған иген күләме һәм сифатының ҙур төбәкте киләһе йылдың сәсеү кампанияһына орлоҡ менән 100 процентҡа тәьмин итмәйәсәген яҡшы аңлай. Ошоноң менән бәйле БР Ауыл хужалығы белгестәре башҡа төбәктәрҙән сифатлы элиталы орлоҡ һатып алыу варианттарын барлай. Ҡоролоҡ арҡаһында орлоҡ менән бәйле эштәрҙең Волга буйы федераль округында ла яҡшы тормауы аңлашыла. Потенциаль орлоҡ ташыусылар сифатында Свердловск, Төмән, Пермь, Омск, Новосибирск орлоҡсолоҡ хужалыҡтары ҡарала.

Республиканың агрономия хеҙмәте аграрийҙарҙы ужым культураларын күпләп сәсергә саҡыра. Башҡортостанда кәм тигәндә 700 мең гектарҙа ужым сәселергә тейеш. Уҙған йылда страховка культуралары майҙаны 560 мең гектарҙы биләгән. Ошо культуралар иҫәбенә бөгөн мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһе хәл ителә.

Ҡоролоҡтан үтә ныҡ зыян күргән Урал аръяғының 10 районы өсөн киләһе йылға орлоҡ еткереү проблемаһы айырыуса көнүҙәк булып тора.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә икенсе йыл рәттән сәсеүлектәр ҡорой. Был тәбиғәт күренешенән бигерәк тә Волга буйы, Урал һәм Үҙәк федераль округтар интегә. 12 төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан, ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итте. Ҡоролоҡ менән бәйле Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы иген уңышы прогнозын 90-дан 85 миллион тоннаға кәметте. 8 июлдә Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник РФ Хөкүмәтенә тәбиғәт күренеше эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар комплексын тәҡдим итәсәк. Бынан һуң ҡоролоҡтан зыян күреүсе төбәк етәкселәре менән юғары кимәлдә кәңәшмә үткәреү планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть