5 декабрь, Дүшәмбе

07 июль 2010 йыл, 10:55

8 июлдә Өфөлә Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышы үтә

автор: Николай Ермоленко

8 июлдә Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессияла һуңғы — 27-се ултырышы үтәсәк. Көн тәртибендә 40 самаһы мәсьәлә.

Ултырыш сәғәт 10-да башлана.

Ултырыштан һуң БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың парламенттың яҙғы сессиялағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһы  ойоштороласаҡ.

темалар: анонс