Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Республика уҡыусылар Спартакиадаһында Өфөнөң Киров районы егеттәре футболда иң яҡшылары

Йәмғиәт

Өфөлә «Ҡыҙҙар майҙаны»нда футбол буйынса Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының Спартакиада ярыштары тамамланды. Тренер Юрий Суренский етәкселегендәге Өфөнөң Киров районы командаһы чемпион исемен яуланы.

Икенсе урында Стәрлетамаҡ егеттәре. Өсөнсө приз йәнә өфөлөләргә эләкте, әммә был юлы ҡаланың Орджоникидзе районы йәштәренә.

Артабан урындары буйынса Межгорье, Ишембай, Туймазы һәм Нефтекама командалары килә.

Еңеүсе команданың һөжүмсеһе Денис Комолов иң яҡшы бомбардир булды (10 гол).

Ярыш йомғаҡтары буйынса республиканың йыйылма командаһы тупланасаҡ, ул артабан Рәсәй уҡыусылары Спартакиадаһында сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть