7 декабрь, Шаршамбы

07 июль 2010 йыл, 10:18

Иглин районында – Урындағы үҙидара хеҙмәткәре көнө

автор: Марина Шумилова

Иглин районында бөгөн беренсе тапҡыр Урындағы үҙидара хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамын билдәләү тураһында ҡарар район Советы менән 2010 йылдың майында ҡабул ителгән.

Район үҙәге –  Иглин ауылында тантаналы йыйылыш үтәсәк, унда урындағы власҡа ҡараған бар муниципалитеттарҙың хеҙмәткәрҙәре, район Советы депутаттары, ауыл старосталары йыйыласаҡ. Улар эштәргә йомғаҡ яһаясаҡ һәм урындағы үҙидара үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡ. Муниципалитеттарҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре Иглин районы хакимиәте башлығының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән наградланасаҡ. Тантаналы йыйылыштан һуң уның ҡатнашыусылары алдында райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.

Әйткәндәй, муниципалитеттарҙың бар хеҙмәткәрҙәре лә йыйылышта бер төрлө формала буласаҡ. Берҙәм эш формаһын ҡабул итеү инициативаһы менән Иглин районы хакимиәте башлығы, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһы рәйесе Ришат Исхаҡов сығыш яһағайны.  

«Башинформ» агентлығына район Советы секретаре Татьяна Никифорованың хәбәр итеүенсә, Иглин районы Советы ҡарары буйынса Урындағы үҙидара хеҙмәткәре көнө 7 июлдә билдәләнә. Шулай ҙа Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы муниципаль власть хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамын апрелдә үткәрергә тәҡдим иткәнгә күрә, был датаның үҙгәртелеүе лә ихтимал.