4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2010 йыл, 9:45

Башҡортостан төҙөүселәре төрөк инвесторҙары иғтибарын йәлеп итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһына визиты сиктәрендә Төркиә бизнесмендары һәм инвесторҙарынан торған делегация БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы етәкселәре менән эш осрашыуы үткәрҙе.  

Һөйләшеү барышында Башҡортостан яғынан вәкилдәр ҡунаҡтарҙы республиканың төҙөлөш тармағы торошо менән ҡыҫҡаса таныштырҙы һәм төҙөлөш өлкәһенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре һәм проекттары хаҡында һөйләне.

Төркиә эшҡыуарҙары бер нисә проектты ҡарарға, кәрәк булһа, инвестициялар һалырға әҙер булыуҙарын белдерҙе. «Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтарҙың төҙөлөштә файҙаланылыусы традицион һәм инновацион технологиялар, шулай уҡ күсемһеҙ милек өлкәһендәге көнүҙәк проблемалар менән ентекләп танышыуы планлаштырыла. Ошо нигеҙҙә Башҡортостан менән Төркиәнең төҙөлөш өлкәһендәге ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре асыҡланасаҡ һәм республика етәкселегенә тәҡдим ителәсәк.