6 декабрь, Шишәмбе

07 июль 2010 йыл, 9:15

Сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең III Съезы үтәсәк

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Кисә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең III съезын үткәреү тураһында” бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

“Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһының тәҡдиме буйынса съезд 2010 йылдың 30 сентябрендә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Бойороҡ менән форумға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. 2010 йылдың 15 июленә тиклем Башҡортостан муниципаль берәмектәренең III съезына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса саралар планын эшләргә һәм раҫларға тейеш. Республика Хөкүмәтенә саралар планын финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.

Бойороҡтоң үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.