Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Анатолий Бондарук БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Рәйесе итеп һайланды

Сәйәсәт

Анатолий Бондарук Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Рәйесе итеп һайланды. Уның кандидатураһы бөгөнгө БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Идараһының сираттан тыш ултырышында раҫланды, тип хәбәр итә палатаның матбуғат хеҙмәте.  

Беҙҙең белешмә. Анатолий Моисеевич Бондарук 1958 йылдың 21 мартында тыуған. Артиллерияның Баш маршалы Неделин исемендәге Ростов юғары хәрби команда училищеһын, Дзержинский исемендәге Хәрби академияны тамамлаған. Иҡтисади фәндәр кандидаты.

1986 — 2005 йылдарҙа – «Селена» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. 2005 — 2008 йылдарҙа – «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. 2008 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем – «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе, «Селена» компаниялар төркөмө президенты.

Анатолий Бондарук «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть