9 декабрь, Йома

06 июль 2010 йыл, 16:59

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы республикаға ҡаршы «мәғлүмәт һуғышы»н ғәйепләне

автор: Николай Ермоленко

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт Палатаһы, ҡайһы бер федераль киң мәғлүмәт сараларында республика репутациаһына тап төшөрөүсе ялған материалдар баҫылып сығыу менән бәйле, рәсми белдереү менән сығыш яһаны.

Республикала социаль партнерлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеүсе был граждандар йәмғиәте органы ағзалары, Башҡортостан һәр ваҡыт сәйәси тотороҡлолоҡ төбәге булды һәм булып ҡала, илдең социаль-иҡтисади үҫешенә һәм оборона һәләтлелеген нығытыуға ҙур өлөш индерә, тип ҡайтанан иҫкәртеүҙе кәрәкле тип иҫәпләй. Республикала иң төп ҡаҙаныштарҙың береһе — ижтимағи татыулыҡ, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙә толерантлыҡ, граждандар йәмғиәте институттарын нығытыу процесы бара, БР Йәмәғәт Палатаһы үҙе генә лә быға дәлил булып тора.

«Республиканан ситтәге билдәле бер көстәрҙең һәм уларға ярамһаҡланыусыларҙың Башҡортостан Республикаһында хәлде ҡатмарлаштырырға һәм, Башҡортостандың федераль үҙәк менән мөнәсәбәтендә көсөргәнеш тыуҙырып, был процесҡа федераль киң мәғлүмәт сараларын йәлеп итергә маташыуҙары беҙҙе борсомай ҡалмай, — тиелә белдереүҙә. — Махсус йәлеп ителгән журналистар һәм уларҙың сәйәси етәкләүселәре тарафынан үҙәк киң мәғлүмәт сараларында республикаға ҡаршы киң мәғлүмәт һуғышы башланған. Республика етәкселегенә ҡаршы йүнәлтелгән һәм БР Президенты Мортаза Рәхимов тирәләй кире мәғлүмәт фоны булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған кампанияның алдан планлаштырылыуы һәр кемгә аңлашыла».

Шуның менән бәйле, БР Йәмәғәт Палатаһы ялған мәғлүмәт, ғәйбәт һәм факттарҙы боҙоп күрһәтеү юлы менән Башҡортостанда милләт-ара көсөргәнеш тыуҙырырға һәм ижтимағи-сәйәси хәлде киҫкенләштерергә маташыусы көстәрҙе ҡырҡа ғәйепләй.

Дәүләт власы органдарына, БР Президентының иҡтисади һәм сәйәси курсына тулы ышаныс белдереп, БР Йәмәғәт Палатаһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарынан федераль киң мәғлүмәт сараларының был ғәмәлдәренә һәм мәғлүмәт һуғышы заказсыларына тейешле сәйәси һәм хоҡуҡи баһа биреүҙәрен үтенде.