5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2010 йыл, 14:46

"Танып" шифаханаһында яңы һыу менән дауалау үҙәге төҙөлә

автор: Сергей Захаров

Бөгөн  Асҡын районында Республика Президенты Мортаза Рәхимов ҡараған йәнә бер объект «Танып» шифаханаһы булды. Төбәк башлығы был дауалау үҙәге үҫешенең перспективалары менән танышты.  

Хәҙерге ваҡытта бында һыу менән дауалауҙың заманса үҙәге төҙөлә. Ул республика бюджетынан финанслана, заказсыһы булып БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сығыш яһай. Әле эшләп килгән һыу менән дауалау урыны шифахананың беренсе ҡатында урынлашҡан. Яңыһы иһә майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу булған ике ҡатлы бинала урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта бында ҡыйығын ябыу, иҙән һалыу эштәре тамамлана, тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған. Ошо көндәрҙә төҙөүселәр биҙәү эштәренә тотонмаҡсы.

Мортаза Рәхимов объектты сафҡа индереү ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды, төҙөүселәр уны 1 октябргә барыһы ла әҙер буласаҡ һәм һыу менән дауалау үҙәге ял итеүселәрҙе ҡабул итәсәк, тип ышандырҙы.  

Бынан тыш, шифаханала гараж, кер йыуыу бүлмәһе, йәшелсә һаҡлау урыны һәм башҡа ярҙамсы биналар урынлашасаҡ хужалыҡ блогы төҙөлөшө лә алып барыла. Хужалыҡ блогын 1 сентябргә ҡарата файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Республика башлығы, ял йортоноң халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланыуын һәм бында ял итергә һәм дауаланырға бер Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүҙәрен иҫәпкә алып, шифахана етәкселеге алдында ял итеүселәр өсөн урын иҫәбен арттырыу бурысын ҡуйҙы.  Әлеге мәлдә шифаханала буш урын юҡ, бында 230-ҙан ашыу кеше ял итә.  

Яңы һыу менән дауалау үҙәген сафҡа индереү Башҡортостан Президенты ҡуйған мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк, — әлеге ваҡытта һыу менән дауалау үҙәге биләгән биналар ҡайтанан йыһазландырыласаҡ һәм яңы урындар булдырыу өсөн файҙаланыласаҡ.

Журналистар менән аралашҡанда ял итеүселәр шифаханалағы дауалау процедураларына һәм хеҙмәтләндереү кимәленә юғары баһа бирҙе. «Танып»тың Коми Республикаһынан килгән ҡунаҡтары билдәләүенсә, улар был һоҡланғыс шифаханаға бер тапҡыр ғына килмәйәсәк.