Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Иҫке Балтас ауылында ауыл хужалығы производствоһы белгестәре өсөн биҫтә төҙөлә

Сәйәсәт

Төбәктең төньяҡ райондары буйынса эш сәфәре барышында Балтас районының район үҙәгендә — Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Президенты «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» Федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән «Көньяҡ» биҫтәһе менән танышты.

Мортаза Рәхимов 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө майҙанын ҡараны. Буласаҡ балалар баҡсаһының ике ҡатлы бинаһында ҡыйыҡ ябыу эштәре тамамлана. Яҡын арала бында биналарҙың эске яғын биҙәү эштәре башланасаҡ.  Төҙөүселәр балалар баҡсаһын 1 сентябргә төҙөп бөтөргә вәғәҙә бирҙе. «Көньяҡ» биҫтәһендә был инде өсөнсө балалар баҡсаһы буласаҡ. Балалар баҡсаһы менән бергә бында 70 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп,  фельдшер-акушерлыҡ пункты ла төҙөлә, инженер-юл инфраструктураһы булдырыла. Ауыл хужалығы производствоһы белгестәре өсөн төҙөлөүсе биҫтәгә 250 миллион һумдан ашыу аҡса һалынасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть