3 декабрь, Шәмбе

06 июль 2010 йыл, 14:56

Өфөлөләрҙең яртыһынан ашыуы үҙ эшенән ҡәнәғәт

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә йәшәүселәрҙең яртыһынан ашыуы (51,4%) үҙенең хәҙерге эшенән ҡәнәғәт, шул уҡ ваҡытта 9,6 проценты уны нисек тә тиҙерәк алыштырырға теләй. Өфө хакимиәте үткәргән бындай социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре хаҡында ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.  

Өфөлөләрҙаң күбеһе (80%) ҡалала экологик шарттарҙы насар тип баһалауы уйланырға мәжбүр итә. Бер йыл элек һорауға яуап биреүселәрҙең 72 проценты ошондай фекерҙә ине.

Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың яртыһынан ашыуы (55,2%) ҡаланың санитар торошона ыңғай баһа бирҙе һәм 40 процент тирәһе уны ҡәнәғәтләнерлек түгел тип иҫәпләй. Шул тиклем үк өфөлөләр ҡалала сүп-сар сығарыу насар ойошторолған (46%) һәм ял итеү урындары етерлек яҡшы төҙөкләндерелмәгән (39%) тип иҫәпләй.  

Уның ҡарауы, Өфөнөң йәмәғәт транспорты бик юғары баһа алды. Һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 92 проценты уның эшен ыңғай баһаланы. Күптәр шулай уҡ ҡалала юлдар торошо ла юғары кимәлдә, тип иҫәпләй.  

Республика баш ҡалаһында дөйөм иҡтисади хәлде унда йәшәүселәрҙең 28,6 проценты 2009 йыл менән сағыштырғанда – яҡшырған, 26,4 проценты насарайған тип иҫәпләй. Былтырғы менән сағыштырғанда табыштары нисек үҙгәреүе хаҡында һорауға өфөлөләрҙең 35,6 проценты, артты, тип яуап бирҙе, һәм 24,5 проценты, кәмене, тине. Ҡалғандары табыштары үҙгәрмәне тип иҫәпләй.    

Шул уҡ ваҡытта халыҡтың 60 проценттан ашыуы Өфөлә быйыл аҙыҡ-түлеккә хаҡтар былтырғыға ҡарағанда йылдамыраҡ арта тип иҫәпләүе ғәжәпләндерә, сөнки ҡала хакимиәтенең рәсми статистикаһы киреһен иҫбатлай. Был осраҡта халыҡ фекерендә иҡтисади көрсөк эҙемтәләре үҙен һиҙҙерәлер, моғайын.