7 декабрь, Шаршамбы

06 июль 2010 йыл, 16:56

Дәреслектәргә экспертиза үткәреүҙең яңы тәртибе раҫланған

автор: Юлай Мәғсүмов

Раҫланған положениеға ярашлы дәреслектәргә экспертиза үткәреү педагогик һәм фәнни экспертизаны үҙ эсенә ала. Экспертиза үткәреүҙә Рәсәй фәндәр академияһы, Рәсәй мәғариф академияһы, шулай уҡ РФ Хөкүмәте менән раҫланған, тейешле вәкәләттәр нығытылған уставтар нигеҙендә башҡа төрлө ойошмалар ҡатнаша. Элекке кеүек әсбаптарға экспертиза заказсы – юридик һәм физик шәхестәр инициативаһы буйынса үткәрелә. Хәҙер экспертиза үткәреү буйынса ғаризаны ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 1 авгусына ҡәҙәр тапшырырға мөмкин (элек 1 мартҡа тиклем генә ине).

Бынан тыш, яңы Положениела эксперт һығымтаһы эстәлегенә ҡарата талаптарға ентекле аңлатма бирелгән. Ошонда уҡ кире баһа алған дәреслектең ағымдағы йылда икенсегә экспертизаға ҡабул ителмәүе билдәләнгән. РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2007 йылдың 11 ғинуарындағы 4-се “Дәреслектәр экспертизаһы тураһындағы” приказы ғәмәлдән сығарылған.