2 декабрь, Йома

06 июль 2010 йыл, 13:58

Милли йәштәр театры актерҙарын кешелеклелеге өсөн билдәләнеләр

автор: Ольга Мортазина

Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры «Ночевала тучка золотая» спектакле менән «Тарих тауыштары» халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты. Ул 24 июндән 2 июлгә тиклем Вологдала үтте.

Рус труппаһы етәксеһе Мөсәлим Күлбаев ҡуйылышы фестивалдең Гран-Прийын алды. Бынан тыш, Анатолий Приставкин повесы буйынса ҡуйылған был спектакль  «Ватан тарихын кешелекле һүрәтләгәне өсөн» махсус призын алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2009 йылдың ғинуарында сәхнәгә сығарылған «Ночевала тучка золотая» спектакле «Театр яҙы-2009», «Дуҫлыҡ күпере» (Рәсәй милли республикаларының һәм яҡын сит илдәрҙең рус театрҙары форумы), Йошкар-Олала фестиваль-лаборатория кеүек бер нисә республика һәм Рәсәй фестивале лауреаты исемен алды, спектакль шулай уҡ «Алтын битлек» фестивалендә конкурстан тыш күрһәтелде.

Төп ролде башҡарыусы Андрей Ганичев быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды.