5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2010 йыл, 13:22

Дим районы мәктәп участкалары иң яҡшы төҙөкләндерелгән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө хакимиәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә бөгөн мәктәп участкаларын төҙөкләндереү мәсьәләһе тикшерелде. Ҡала башлығы Павел Качкаев әйтеүенсә, ҡала райондары мәктәптәрҙә сәскә түтәлдәрен төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эш тураһында отчет бирергә тейешле срок 1 июлдә сыҡты. Һөҙөмтәлә был бурысты Дим районы мәктәптәре генә тулыһынса үтәне. Ҡаланың ҡалған райондарында иһә бер нисәшәр уҡыу йорто үҙ участкаларын тейешенсә төҙөкләндереп өлгөрмәне. Мәҫәлән, Октябрь, Совет һәм Киров райондарында – өсәр, ә Орджоникидзела дүрт ошондай мәктәп. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәр сәскә ултыртыуға тотонған средстволар ныҡ айырыла. Әйтәйек, Калинин районы мәктәптәре һәр сәскәгә ни бары – 1,6-шар һум, ә Орджоникидзе һәм Ленин райондары 16 – 17-шәр һум тотонған. Сығымдарҙың бындай айырмаһы туранан-тура ултыртылған сәскәләр һанында ла сағыла. Орджоникидзе районында, мәҫәлән, 46 мең сәскә ултыртылған, ә Ленинда – 11 мең генә.