10 декабрь, Шәмбе

06 июль 2010 йыл, 13:17

Асҡын районындағы «БДС-Агро» ит комбинаты һәм һөт-консерва заводы етештереү ҡеүәтен арттыра

автор: Сергей Захаров

Башҡортостандың төньяҡ төбәге буйынса эш сәфәре барышында республика Президенты Мортаза Рәхимов Асҡын районында «БДС-Агро» компаниялар төркөмөнә ҡараған ит комбинатын һәм һөт-консерва заводын ҡараны.

Яңы йыл алдынан бында производство спецификаһына ярашлы тулы реконструкция үткәрелгән. Республика башлығы етештереү цехтары менән танышты. Бөгөн бында 30-лап белгес эшләй. Ит комбинаты 25 тонна әҙер продукция етештерә. 20 төрҙән ашыу сертифицикация үткән сифатлы продукция магазин кәштәләренә оҙатыла. Һөт-консерва комбинаты алты төрҙәге биш тонна әҙер продукция сығара. Бер айҙа 45 тонна һөт эшкәртелә.

Предприятие етәкселеге вәкилдәре билдәләүенсә, әлеге ваҡытта продукцияны һатыу менән ауырлыҡтар бар, әммә улар яҡын арала хәл ителәсәк. Эшкәртеүселәрҙең төп маҡсаты –продукция сығарыуҙы арттырыу һәм уның ассортиментын төрләндереү.